Швейцария менән бәйләнеште нығытасаҡбыҙ17.05.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Швейцария Конфедерацияһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Пьер Хельг менән осрашты. Ул Өфөгә “Ҙур химия” халыҡ-ара форумында ҡатнашыу өсөн килгән.
Осрашыуҙа Швейцария менән Башҡортостан араһындағы хеҙмәттәшлектең яҡшы кимәлдә булыуы һәм республикабыҙҙың күп кенә өлкәләрҙә бәйләнештәрҙе киңәйтергә ниәтләүе билдәләнде.
Былтырғы йомғаҡтар буйынса Башҡортостандың ошо ил менән тышҡы сауҙа әйләнеше 102 миллион АҠШ долларынан ашыу тәшкил иткән. Республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше күләмендә Швейцария 22-се урынды биләй. Башҡортостанда уның капиталы ҡатнашлығында ойошторолған дүрт предприятие эшләй.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.


Вернуться назад