Йылылыҡ, юл, кадрҙарға ҡытлыҡ...07.11.2018
Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә йылылыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһенән башланды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев төбәктең һалҡындарға әҙерлеге тураһында отчет бирҙе.

Радий Хәбировты юл һалыу өлкәһендәге хәл дә ҡыҙыҡһындырҙы. Мәҫәлән, Яңы Благовещен ауылы халҡы күптән инде юлһыҙ интегә, балалар йыш ҡына дәрес ҡалдырырға мәжбүр. Төбәк етәксеһе район башлығы менән муниципалитеттағы ошо проблеманы тикшерҙе.

Республиканың көньяҡ-көнсығышындағы күп функциялы үҙәктәргә бәйле хәл бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ. Был райондарҙа кешеләр теге йәки был хеҙмәтте алыу өсөн төндә сиратҡа баҫа. Мәсьәлә кадрҙар етешмәүгә ҡайтып ҡала. Радий Хәбиров хәлде контролгә алырға күрһәтмә бирҙе.


Вернуться назад