Башҡортостан менән сит илдәр араһындағы хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйгәндән-киңәйә. Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөлә үтәсәк II Халыҡ-ара “Ҙур химия” кәңәшмәһенә килгән ғәрәп дәүләттәренең Рәсәйҙәге бер төркөм илселәре менән осрашты.
— Ошондай ҙур делегаттар төркөмө республикаға тәүге тапҡыр килә. Быны беҙ тәрән ихтирам билдәһе, ышаныс күрһәтеү һәм артабанғы һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеккә мөһим аҙым тип ҡабул итәбеҙ, – тине ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп Рөстәм Хәмитов. – Ғәрәп илдәре менән Башҡортостанды тарихи тамырҙар, мәҙәниәт, дин бәйләй. Халҡыбыҙҙың яртыһынан ашыуы – мосолмандар, республикала меңгә яҡын мәсет бар. Башҡорт-ғәрәп дуҫлыҡ йәмғиәте эшләп килә.
Артабан республика етәксеһе мәҙәниәт, иҡтисад өлкәһендәге үҙ-ара бәйләнештәрҙең, тауар әйләнешенең әүҙем үҫеүен билдәләп, уларҙың яңы кимәлгә күтәрелеүенә ышаныс белдерҙе.
Ғәрәп илдәрендә бөгөн төрлө тармаҡ, шул иҫәптән нефть сәнәғәте үҫеш алған. Оло йыйында уларға яңы партнерҙар табырға, ҡыҙыҡлы проекттар менән танышырға мөмкинлек буласаҡ. Башҡортостан етәкселеге илселәргә нефть химияһы, медицина, фармацевтика өлкәһенән тыш, ауыл хужалығы буйынса ла хеҙмәттәшлек итеү теләген еткерҙе.
Ҡунаҡтар Ғәрәп–Рәсәй мөнәсәбәттәренең тарихи нигеҙе барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы төбәктәр менән бәйләнеш булдырырға тырышыуыбыҙҙы хуплай, – тип билдәләне вәкиллек етәксеһе, Кувейт илсеһе Нассер Музайан. Ғәрәптәр айырыуса ”ҡара алтын”ды эшкәртеү технологияһы, ауыл хужалығы, туризм (бигерәк тә дауалау туризмы), шулай уҡ медицина өлкәһе менән ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
Ф. Ҡылысбаев.