Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яҙғы баҫыу эштәренә һәм малсылыҡты үҫтереү мәсьәләләренә арналған селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Сара Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте башлығы Дмитрий Медведев рәйеслегендә үтте.
Дмитрий Медведев губернаторҙарҙың иғтибарын ауыл етештереүселәрен страховкалауҙың яңы системаһын ғәмәлгә индереүгә йүнәлтте һәм, дәүләт ярҙамы күрһәтелеп, уңышты страховкалауҙың яңы системаһы быйыл эшләй башларға тейеш, тип хәбәр итте.
“Дөйөм алғанда, беҙ ҙур ташлама яһаныҡ, сөнки дәүләт страховка премияһының 50 процентын түләй. Киләсәктә ошо маҡсатҡа аҡса эҙләргә тура килмәһен өсөн губернаторҙар мәсьәләгә айырым иғтибар бирһен ине”, — тине Рәсәй Хөкүмәте башлығы.
Кәңәшмә барышында шулай уҡ агрокомплекс предприятиеларын кредитлау мәсьәләһе ҡаралды. 10 майға ҡарата был тармаҡта кредит биреүҙең дөйөм күләме былтырғыға ҡарағанда 20 — 25 процентҡа түбәнерәк, тип билдәләне Хөкүмәт Премьер-министры.
“Быйыл тәүге кварталда баҫыу эштәренә бүленгән кредит уртаса алғанда 12 процентҡа тиклем артҡан. Был, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл түгел”, — тине Дмитрий Медведев. Ошо мәсьәлә буйынса тейешле күрһәтмә бирелде.
Ә. ҒӘЛИЕВ.