Ғәҙелһеҙлек осраҡтарына ҡаршы бергәләп көрәшергә бурыслыбыҙ03.11.2018
– Бөгөнгө йәмғиәттә ғәҙеллеккә мохтажлыҡ ҙур. Шуға ла һеҙҙең был хәлгә ҡарата иғтибарлыраҡ булыуығыҙҙы теләйем, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика һәм муниципаль кимәлдәге киң мәғлүмәт саралары етәкселәре менән осрашыуҙа. – Әгәр ғәҙелһеҙлек осраҡтарына әһәмиәт бирмәйһегеҙ икән, быны һеҙҙең урынға интернет һәм социаль селтәрҙәр эшләйәсәк.

Радий Фәрит улы осрашыуҙа киң мәғлүмәт сараларының йәшәйештәге мөһим социаль әһәмиәтен, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең төп принцибы кешелеклелек булырға тейешлеген билдәләне.

– Әле беҙ был ғәмәл менән социаль селтәрҙәрҙә шөғөлләнәбеҙ. Әгәр район етәксеһе интернетҡа инеп, халыҡ менән бәйләнеш булдыра икән, кешеләр быға өйрәнә башлаясаҡ, һөҙөмтәлә биләмәгә һөҙөмтәлерәк идара итеү, төрлө мәсьәләләрҙе йәһәтерәк яйға һалыу мөмкинлеге асыласаҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Ҡайҙа беҙҙең халыҡ – беҙ шунда булырға тейешбеҙ.


Вернуться назад