Рәсәй Дәүләт Думаһына Башҡортостандан һайланған депутаттарҙың көс-ҡеүәте тулыһынса файҙаланылмай. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың билдәләүенсә, уларҙың һәр береһен төбәк халҡы һайлап ҡуйған, тимәк, ныҡлы ышаныс белдергән.
– Кешеләрҙең һаҡланған, яҡланған булғыһы килә, улар тормош өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылыуын, проблемаларының хәл ителеүен теләй, – тине Радий Фәрит улы Федерация Советы ағзалары һәм Дәүләт Думаһына Башҡортостандан һайланған депутаттар менән осрашыуҙа. – Мин депутатлыҡ эшенең үҙенсәлектәрен, нескәлектәрен, фракция тәртибен яҡшы беләм, шулай ҙа һеҙҙе Башҡортостан халҡы мәнфәғәтендә әүҙемерәк эшләргә һәм быны хеҙмәттәшлектә башҡарырға саҡырам.