Башҡортостан Хөкүмәте “Транспорт һалымы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проектын әҙерләне.
Унда күп балалы ғаиләләрҙе транспорт һалымынан тулыһынса азат итеү һәм дәүләт хеҙмәте ветерандарын льготаға хоҡуҡлылар исемлегенән төшөрөп ҡалдырыу тәҡдиме булғайны. Шулай уҡ двигатель ҡеүәте 100 ат көсөнә тиклемге транспорт саралары – автобустар, йөк машиналары, гидроциклдар, катерҙар, моторлы кәмәләр һ.б. – хужаларына ташлама яһамаҫҡа әйтелгәйне.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров закон проекты менән танышты һәм һалым буйынса халыҡ мәнфәғәтендәге ғәмәлдәге барлыҡ льготаларҙы һаҡларға ҡушты.