Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе конференцияһы башланды.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, сарала 279 кеше ҡатнаша. Конференцияны тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров асты.
“Бөгөнгө йәмғиәттә ғәҙеллеккә мохтажлыҡ бар, халыҡ үҙенең мәнфәғәттәре иҫәпкә алынмауын ауыр ҡабул итә, – тине төбәк етәксеһе үҙ сығышында. – Беҙгә кешелекле, көслө, намыҫлы һәм ғәҙел булырға кәрәк”.
Радий Фәрит улы чиновниктарҙы һәм партия буйынса хеҙмәттәштәрен үҙ кабинетында үтәнән-үтә күренгән аквариумда кеүек тойоп эшләргә саҡырҙы. Донъя асыҡ була бара, һәм кешеләр проблемаларының нисек хәл ителгәнен күрергә, аңларға тейеш. Төбәк етәксеһенең фекеренсә, “Берҙәм Рәсәй” сафында үҙен генә ҡайғыртҡан эскерлеләрҙең булмауы мөһим, ундайҙарҙан ҡотолорға кәрәк.
Партия алдында торған төп бурыстарҙың береһе – Президент В.В. Путиндың май указдарын үтәү. Был мәсьәләләр бик ҡатмарлы, ауыр, шулай ҙа улар республика халҡы мәнфәғәтендә, тотош илде үҫтереү маҡсатында үтәлергә тейеш, тине Радий Хәбиров.