Радий Хәбиров Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа башҡорт балының абруйын яҡлау системаһын төҙөү бурысын йөкмәтте. Интернет селтәрендәге Красноярскиҙа һатылған башҡорт балының башҡа тауар араһында иң түбән сифатлыһы тип танылыуы тураһындағы мәғлүмәт быға сәбәпсе булды.
Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең генераль директоры Әмир Ишемғолов, учреждение был төбәккә бал оҙатмай, әүәлерәк тә унда ялған балды башҡорт балы тип һатыуҙары билдәле булды, тип белдерҙе. Уның әйтеүенә, бындай сәйәсәт, 2021 йылда Өфөлә “Апимондия” донъя конгресы үткәрелеүгә бәйле, башҡорт балына тап төшөрөү маҡсатында ҡоролған.
– Хөкүмәт кимәлендә юристар менән йыйылып, башҡорт балының абруйын яҡлау системаһын төҙөйәсәкбеҙ. Әлегә тиклем был мәсьәлә менән берәү ҙә шөғөлләнмәне. Юридик күҙлектән сығып, системалы эш итәсәкбеҙ, – тине ауыл хужалығы министры.