Өфөнөң Совет районындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ял үҙәгендә интерактив проектор эшләй башланы.
Был ҡулайлама рәсем түңәрәгенә йөрөгәндәрҙең береһен дә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын. Проектор экранына махсус маркер менән һүрәт төшөрөргә мөмкин.
Бүләкте балаларға Дәүләт Думаһы депутаты Инга Юмашева тапшырҙы. Ул уҡыу барышында заманса техника файҙаланыуҙың әһәмиәтен билдәләне.