Владимир Путин Рөстәм Хәмитов менән осрашты31.10.2018
Мәскәүҙә ил Президенты Владимир Путин отставкаға киткән ҡайһы бер Рәсәй төбәктәре етәкселәре менән осрашты. Улар араһында элекке Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та бар ине.

Владимир Владимирович, йыйылыусыларҙы сәләмләп, уларға ил алдындағы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте. Төбәк етәксеһе эшмәкәрлегенең ни тиклем ауыр һәм күп яҡлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, ул һәр кемдең ошо вазифала туплаған тәжрибәһен артабан башҡа өлкәләрҙә лә ҡулланырына ышаныс белдерҙе.



Вернуться назад