Уҙған ял көндәрендәге эш сәфәрендә республика етәксеһе Радий Хәбиров Хәйбулла районында ла булғайны. Унда урындағы халыҡ 2004 йылда башланған, әммә артабан туҡтап ҡалған Аҡъярҙағы мәҙәниәт һарайы төҙөлөшөнә зарланғайны. Әле 20-нән ашыу ижад коллективы заман талаптарына яуап бирмәгән иҫке бинала урынлашырға мәжбүр.
Радий Фәрит улы был проблеманы хәл итергә ҡушты. Республика Хөкүмәтендә төҙөлөш мәсьәләләрен күҙәткән Премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Рәйеф Әбдрәхимов Хәйбуллала булды ла инде. Киләһе йыл төҙөлөш дауам ителәсәк.