Башҡортостандағы 300-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкиле Сәнәғәт округтары һәм бәләкәй, урта бизнес өлкәһендәге хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң 29 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөлә үткәреләсәк ХХ ултырышында ҡатнашырға ниәтләй.
Республика эшҡыуарҙары был сараға ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә. Әле ҡатнашыусыларҙың анкеталары Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығына тапшырылған. Улар шулай уҡ бөтә Италия буйынса таратылған. Италия эшҡыуарҙары, анкеталарҙы өйрәнеп, майҙа Өфөлә осрашыу һәм артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшереү өсөн иң ҡыҙыҡлы проекттарҙы һайлап ала. Сараға 100-ҙән ашыу итальян эшҡыуарының килеүе көтөлә.
Ултырыш программаһында шулай уҡ “түңәрәк өҫтәл”дәр, ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса осрашыуҙар үткәреү ҡарала. Бынан тыш, Рәсәй менән Италия эшҡыуарҙары араһында тура бәйләнеш булдырыу маҡсатында предприятиеларға барыу ойоштороласаҡ.
Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, Эшлекле бәйләнештәр биржаһы ултырыштың мөһим сараһы булмаҡсы. Ул анкеталар нигеҙендә һайлап алынған аныҡ проекттар буйынса һөйләшеүҙәрҙе үҙ эсенә ала.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.