Радий ХӘБИРОВ: “Ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеген беләм”30.10.2018
Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһында төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты.

Унда 2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың планлы осорона федераль бюджет проектының бюджет-ара мөнәсәбәттәр өлөшө, шулай уҡ милли проекттарҙы, ил субъекттарында магистраль инфрастуктураны киңәйтеү, яңыртыу буйынса комплеклы планды тормошҡа ашырыу барышы ҡаралды.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, фекер алышыуҙа һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ҡала мөхите, энергетика һәм юл инфраструктураһы буйынса магистраль проекттарға бәйле бихисап мәсьәлә тикшерелгән.

– Республикабыҙға ҡарата шул әйтелде: бер нисә милли проектта ҡатнашыу мөмкинлегебеҙ бар әле. Бынан тыш, беҙҙең юл карталарының маҡсатлы күрһәткескә өлгәшеү кимәлен ҡарарға кәрәк. Унда типик характерҙағы проблемалар бар. Ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеген беләм, һәм был йәһәттән башланғысҡа нигеҙ һалынды ла инде. Тәү сиратта, әлбиттә, һаулыҡ һаҡлау, беренсел табип ярҙамы күрһәтеү. Ҙур биләмәле республика өсөн был баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә, – тине Радий Хәбиров, мөһим сараға йомғаҡ яһап.


Вернуться назад