Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Михаил Киреевты торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Әлегә тиклем был вазифаны Владислав Туманин башҡара ине. Ул Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һайлауҙан һуң 1 октябрҙә вакант урынға тәғәйенләнде.
Михаил Киреев Красногорск хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләне һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен көйләне. Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәс, Михаил Киреев Красногорск башлығы бурыстарын үтәне.
Киреев Михаил Юрьевич 1975 йылдың 20 февралендә Стәрлетамаҡта тыуған. Һамар тимер юл транспорты инженерҙары институтын, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда “Стәрлетамаҡ” локомотив депоһында башлай.
Төрлө йылдарҙа Башҡортостандың “Гостранссигнал” предприятиеһында участка начальнигы, “Башхимпромэнерго”, “Уралхимпромэнерго” директоры, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләй. 2017 – 2018 йылдарҙа — Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.