Роман Ребров – Эштәр идарасыһы30.10.2018
Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, Роман Ребров Башҡортостан Башлығының Эштәр идарасыһы итеп тәғәйенләнде. 2017 йылдың октябренән был вазифаны Ринат Шәғәлин биләй ине.

Ребров Роман Сергеевич 1981 йылдың 9 ғинуарында Владивостокта тыуған. Рәсәй тимер юл ғәскәрҙәренең хәрби-транспорт университетын, Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.

Төрлө йылдарҙа Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә төп һәм баш белгес, бүлек начальнигы, Эштәр идарасыһы, Ҡалмыҡстандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы даими вәкиле урынбаҫары, Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала округы хакимиәтендә эштәр идаралығы начальнигы булып эшләгән.



Вернуться назад