“Был мәсьәлә менән ике йыл шөғөлләнәм”30.10.2018
“Башҡортостан” гәзитенә әңгәмә биргәндә шулай тип белдерҙе Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.

– Темәстә таш сығарыу тураһында беренсе тапҡыр 2016 йылдың авгусында белдем. Ул ваҡытта беҙ халыҡ менән һайлау буйынса осрашыуҙар үткәрә инек, – тине Зариф Закир улы. – Темәс халҡы: ”Таш сығарып, тәбиғәткә зыян килтерәләр”, – тип зарланды. Мин барып ҡарарға теләк белдергәс, был машинағыҙҙа үтә алмайһығыҙ, тинеләр. Карьерҙарға “Нива” автомобилендә юлландыҡ. Ә унда, ысынлап та, һуғыш үткән һымаҡ.

Ошо хәл-ваҡиғалар, ауыл халҡы мәнфәғәтен яҡлаған, ауған һәм ҡороған ағастарҙы бушлай алыуға рөхсәт биргән, урманды тергеҙеүгә булышлыҡ иткән, МФЦ, ФАП эшмәкәрлектәренә ҡағылған, эскелеккә ҡаршы булдырылған закондар хаҡында гәзитебеҙҙең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.



Вернуться назад