Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина Дәүләт Думаһында үткәрелгән “Рәсәй Федерацияһының телдәр күптөрлөлөгө: бөгөнгө хәле һәм киләсәге” тигән парламент тыңлауҙарында ҡатнашты.
Сарала милли белем биреү системаһын камиллаштырыу, туған телдәрҙе сифатлы өйрәнеү мәсьәләләре тикшерелде. Зөһрә Рәхмәтуллинаның фекеренсә, дәүләт һәм туған телдәрҙе ирекле өйрәнеү тураһындағы закон, ошо өлкәләге проблемаларҙы асыҡлау менән бер рәттән, уларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән системалы дәүләт сараларын тормошҡа ашыра башлауға этәргес бирҙе.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Татьяна Синюгина әйтеүенсә, киләһе йыл Туған телдәргә булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү институты эш башлаясаҡ.