“Газпром газ бүлеү Өфө” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Өлфәт Мостафин Өфө хакимиәте башлығы итеп һайланды. Өфө ҡала Советы депутаттарының күпселеге уның кандидатураһын яҡлап тауыш бирҙе.
Баш ҡала мэры вазифаһына 29 ғариза тапшырылғайны, шуларҙың туғыҙы конкурста ҡатнашты. 26 октябрҙә дәғүәселәрҙең етеһе ҡала хакимиәте эшмәкәрлеге өлкәһендә федераль, республика, муниципаль ҡануниәтте белеү кимәленә һынау тотто. Бәйгенең был этабын дүрт кандидат үтә алманы, шуларҙың икәүһе тест һорауҙарына дөрөҫ яуап бирмәне.
Конкурс комиссияһы бөтә кандидаттарҙы тыңлағандан һуң өс дәғүәсене билдәләне. Улар – Өфө районын үҫтереүҙең социаль программаларына булышлыҡ итеү фондының генераль директоры Руслан Зәйнуллин, баш ҡаланың Киров районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Олег Котов һәм “Газпром газ бүлеү Өфө” йәмғиәте генераль директорының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары Өлфәт Мостафин.
Мостафин Өлфәт Мансур улы 1959 йылдың 4 майында Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылында тыуған. Өфө еңел сәнәғәт техникумын, Өфө авиация институтын тамамлаған, техник фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфөләге торлаҡ-файҙаланыу участкаһында башлай. Төрлө йылдарҙа торлаҡ хужалығы тресында баш инженер, Киров район Советы башҡарма комитетында бүлек мөдире, Өфөнөң торлаҡ хужалығы һәм инженерлыҡ тәьминәте предприятиелары идаралығында начальник урынбаҫары булып эшләй. 2003 йылда Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә финанс-хужалыҡ идаралығы начальнигы вазифаһына эшкә күсә. 2010 – 2013 йылдарҙа Иҡтисади, технологик һәм атом күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәттең Урал буйы идаралығында эшләй. Унан һуң “Газпром”ға әйләнеп ҡайта.
Өлфәт Мостафин Өфө хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнгәс, ҡала Советы депутаттары алдында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, депутаттар корпусының ҡарары һәр йәһәттән уйланылған, үлсәнгән булды.
– Йәшермәйем, Өлфәт Мансур улын күптән беләм. Яңы хакимиәт башлығы һәм уның командаһы ҡала үҫһен, уның халҡына бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләр, тип ышанам. Был – ҙур яуаплылыҡ. Намыҫлы кеше булараҡ, һеҙ алдығыҙға ҡуйылған бурыстарҙың барыһын да үтәрһегеҙ, тип өмөтләнәм. Өфө – Башҡортостан ул. Республика халҡының сирек өлөшө ошонда йәшәй. Башҡортостан Хөкүмәте ҡала хакимиәтенең тоғро ярҙамсыһы буласаҡ. Өфөләге эштәргә булышлыҡ итеү, тығыҙ бәйләнештә булыу өсөн ҡайһы бер аныҡ саралар күрҙек тә инде, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе Өлфәт Мостафинды Өфө мэры итеп һайланыу айҡанлы ҡотланы һәм уға уңыштар теләне.