Май аҙаҡтарында Мәскәүҙә “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының XIII съезы була. Кисә партияның Башҡортостан төбәк бүлексәһе үҙенең конференцияһында был сараға делегаттар һайланы.
Конференцияла фирҡәнең барлыҡ 69 урындағы бүлексәһенән 500-ләп делегат ҡатнашты. Унда партияның төбәк сәйәси советы секретары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев доклад менән сығыш яһаны, партияның төбәк сәйәси советына өҫтәмә ағзалар һайланды, партияға яңы ингән ағзаларға партия билеттары һәм билдәләре тапшырылды.
Константин Толкачев үҙенең сығышында Рәсәй Президенты, ҡала Советтарына депутаттар һайлауҙарына йомғаҡ һәм анализ яһаны, киләсәккә яңы йүнәлештәр билдәләне.
— “Берҙәм Рәсәй” — күпселек рәсәйҙәрҙең ышанысын яулаған реаль сәйәси көс. Партия бүлексәһенең һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының әүҙем хеҙмәте һөҙөмтәһендә Владимир Путин өсөн республикала 76 проценттан ашыу тауыш бирелде, — тине Константин Борисович. — Был — ил буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе. Муниципаль һайлауҙа депутат булып партия тәҡдим иткән кандидаттарҙың 77-гә яҡын проценты һайланды. Был да бик яҡшы һөҙөмтә.
Партияның сәйәси советы секретары артабан да тырышып эшләргә, алдағы һайлауҙарға әҙер булырға саҡырҙы.
— Беҙ берҙәм команда, — тине ул. — Илебеҙ яңы үҫеш этабында тора. Партияға яңы, һөҙөмтәле, көрәшкә һәләтле, ауыр бурыстарҙы хәл итә белгән кешеләр кәрәк.
Мәскәүҙә үтәсәк съезға 17 делегат һайланды. Унда партияның рәйесе һайланасаҡ, уставҡа өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индереү көтөлә. Шулай уҡ киләсәккә йүнәлеш һәм яңы бурыстар билдәләнәсәк. Партияның яңы лидеры итеп “Берҙәм Рәсәй”ҙәр Дмитрий Медведевты күрә.
Ә. ӘЙҮПОВА.