Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының сираттағы эш сәфәре Әбйәлил районында урынлашҡан Магнитогорск металлургия комбинатының тау саңғыһы комплексында дауам итте.
Йәмле Яҡтыкүл буйында урынлашҡан ял йорттары һәм тау саңғыһы комплексы, шулай уҡ Белорет районындағы “Морат" тау саңғыһын үҙ эсенә алған курорт зонаһы йылына 650 мең туристы ҡабул итә. Был һан эсенә тик төнгә ҡуна килеүселәр генә керә, ә көнөндә килеп ял итеүселәр һаны иҫәпкә алынмай.
Республикала туристик-рекреация кластерын үҫтереү маҡсатында 2016 йылда Башҡортостан етәкселеге һәм Магнитогорск металлургия комбинаты араһында килешеү төҙөлгән. Был килешеүгә ярашлы, быйылдан башлап ҡыш айҙарында “Урал легендаһы” тиҙ йөрөшлө поезы йөрөй. Шулай уҡ курорт-ара объекттарға автобус машруттары асыу планлаштырыла. Тиҙҙән “Абҙаҡ” тау саңғыһы комплексында яңы күтәргес сафҡа инәсәк. Шулай уҡ тағы бер тау саңғыһы трассаһы төҙөү планлаштырыла.
Радий Хәбиров 2022 йылға тиклем туристарҙың һанын арттырыу бурысын ҡуйҙы һәм киләсәктә Яҡтыкүл төбәгендә шифахана-курорт туристик индустрияһын үҫтереү буйынса махсус кәңәшмә буласағын билдәләне.