Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре - көн ҡаҙағында27.10.2018
26 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сыуаш Республикаһының баш ҡалаһы Чебоксар ҡалаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советтың медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуға арналған ултырышында ҡатнашты.

Был маҡсат Рәсәй Президенты Владимир Путиндың "май" указдарында билдәләнгән, унда медицина ярҙамының сифаты һәм унан файҙаланыу мөмкинлеге күпкә юғарыраҡ булырға тейеш тиелгән. Тәүге һөҙөмтәләр киләһе алты йыллыҡта билдәләнә барасаҡ.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров белдереүенсә, төбәктәрҙә хәл итәһе мөһим проблемалар бар. Мәҫәлән, тәүге медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү йәһәтенән. Округ биләмәһендәге 1785 тораҡ пунктта медицина учреждениеһы юҡ, иң яҡыны кәмендә 6 километр алыҫлыҡта урындлашҡан. Ошонан сығып, урындарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәрен үҫтереү, мобиль медицина комплекстарын ҡулланыу өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора.

Онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә дусарҙарға медицина ярҙамы күрһәтеү, һаулыҡ һаҡлау тармағын мәғлүмәтләштереү кеүек мәсьәләләр ҙә көнүҙәк. Федераль округ беренсел ҡан тамырҙары бүлектәренә һәм 10 төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенә мохтаж. Унан тыш Башҡортостанда, Мордовияла, Татарстанда, Пенза һәм Һарытау өлкәләрендә булған онкология диспансерҙарына өҫтәмә корпустар төҙөү фарыз.


Вернуться назад