Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов вазифаһын ҡалдыра.
Ул 2004 йылдан киң мәғлүмәт саралары, сәйәси партиялар, конфессиялар менән үҙ-ара бәйләнеш мәсьәләләрен көйләй, һайлауҙы үткәреү өсөн яуаплы ине. Әле ул үҙ теләге менән вазифаһынан бушатыуҙы һорап ғариза яҙған.
Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары вазифаһына бер нисә кандидатура ҡарала.