Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай етәкселеге, комитет ағзалары менән осрашты. Ул, депутаттарҙы парламентҡа һайланыуҙары менән ҡотлап, республика закон сығарыу органының төрлө партия вәкилдәренән тороуын ыңғай күренеш тип баһаланы.
Радий Фәрит улы үҙенең эшмәкәрлегендә властың мөһим тармағы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә иҫәп тотоуын, шунһыҙ дәүләт власы башҡарма органдары эшенең һөҙөмтәле булмаясағын белдерҙе.
– Депутаттар халыҡ менән әүҙем эшләр тип ышанам, сөнки уның нисек йәшәгәнен тойоу мөһим. Мин һеҙҙең менән бергә эшләргә ниәтләнәм. Мәнфәғәттәребеҙ ҙә бер – республикабыҙҙы үҫтереү, халыҡтың именлеген тәьмин итеү, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев иһә Радий Фәрит улын парламент эше, яңы состав менән таныштырҙы, депутаттар араһында йәштәрҙең артыуын билдәләп үтте.
– Республика парламенты эшмәкәрлегендә Рәсәй Президентының “май” указдарына ярашлы, төбәк алдында торған социаль-иҡтисади бурыстарҙы уңышлы хәл итеү өсөн ҡануниәтте камиллаштырыу өҫтөнлөклө йүнәлеш булып тора. Депутаттар эшмәкәрлеге асыҡлыҡ, системалылыҡ һәм ҡарарҙарҙың коллегиаль ҡабул ителеүе принциптарына ярашлы төҙөлә, – тине Константин Борисович.
Ул шулай уҡ депутаттарға эштәрендә рәсми сайттағы, социаль селтәрҙәрҙәге мөмкинлектәрҙе әүҙем ҡулланыу тәҡдим ителеүе, һайлаусылар менән бәйләнеш булдырыуға, эшмәкәрлектәре тураһында мәғлүмәт биреү йүнәлешендә эшләү, көнүҙәк мәсьәләләрҙе асыҡлау һәм хәл итеү мөһим талап булыуын әйтте.
Руфина ШАҺАПОВА, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары:
– Минең уйлауымса, был бик эшлекле осрашыу булды. Һәр комитет үҙенең төп бурыстары менән таныштырҙы. Радий Фәрит улы беҙҙе халыҡ менән тығыҙ аралашып эшләргә саҡырҙы һәм уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе туранан-тура үҙенә еткереүен үтенде. Ысынлап та, закондар сығарған депутат һәр мәсьәләне үҙе генә хәл итә алмай, шуға ла башҡарыусы власть менән берлектә эшләргә тейешбеҙ.
Радий Хәбировтың парламентта төрлө партияларҙың күп булыуын хуплауы ла оҡшаны. Ул йыйылып килгән мәсьәләләрҙе ҡыйыу һәм ышаныслы рәүештә хәл итергә тотондо. Йөкмәтелгәнде башҡарырға кәрәк, тигән бурыс ҡуя. Бөгөн бөтә донъя йылдам тиҙлектә йәшәй. Беҙҙең яңы етәксе ошо заман талаптарына, ағымына яуап бирә.
Юнир ҠОТЛОҒУЖИН, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте һәм киң мәғлүмәт саралары институттарын үҫтереү буйынса комитет рәйесе урынбаҫары:
– Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа төбәк етәксеһе менән осрашыу фәһемле булды. Был осрашыу ыңғай һөҙөмтә бирер. Депутаттар башҡарма власть органдары алдында торған бурысты ҡануниәт аша хәл итергә тейеш.
Радий Фәрит улының эшләү алымы оҡшай. Ул ҡала-райондарға сыға, кешеләр менән осраша, ундағы проблемаларҙы үҙе күреп, белеп, тиҙ арала һәм дөрөҫ хәл итеү алымдарын табыуға һәләтле.