Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай етәкселеге һәм даими нигеҙҙә эшләгән депутаттар менән осрашҡандан һуң алтынсы саҡырылыш парламентының икенсе пленар ултырышында сығыш яһаны.
Ул депутаттарҙы алдан күреп эш итергә, республиканың ысын социаль-иҡтисади үҫешенә яуап биргән закон сығарыу башланғыстарын тәҡдим итергә саҡырҙы. Халыҡ вәкилдәре шулай уҡ дәүләт власы органдары эшмәкәрлегенә ғәҙел баһа бирергә тейеш.
— Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары парламент контроле хоҡуғынан әүҙем файҙаланырға, һеҙҙең майҙансыҡ вайымһыҙ етәкселәр өсөн голгофаға әүерелергә тейеш, — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе, депутаттар мандат өсөн карьера мәнфәғәтенән сығып көрәшмәгәндер, тигән өмөт белдерҙе.
— Һеҙ үҙ округтарығыҙҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға тейешһегеҙ. Республика парламентына электрон ҡабул итеү бүлмәһен асырға кәрәк. Унда һәр депутаттың үҙ почтаһы булыуы шарт. Һайлаусылар был почтаға үҙҙәренең проблемалары хаҡында яҙа ала. Әгәр яҙмайҙар икән, тимәк, улар һеҙгә ышанмай, — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе депутаттарҙа башҡарма власть органдары менән Башҡортостандың һөҙөмтәле үҫеше өсөн яуаплылыҡты уртаҡлашырға әҙер булған партнерҙарҙы күрергә теләүен билдәләне.