Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда алтынсы саҡырылыш депутаттары икенсе пленар ултырышҡа йыйылды. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнаша.
Ултырышта утыҙға яҡын закон проекты ҡарала, уларҙың күбеһе беренсе уҡыуҙа тәҡдим ителгән. Мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһының һайлау тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында”, “Ҡиммәтле металл һәм ҡиммәтле таштар тураһында”ғы, “Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы республика закондарына үҙгәрештәр индереү тикшерелә. Шулай уҡ Дәүләт Думаһынан килгән федераль закон проекттары, ҡала һәм район мировой судтарына судьялар кандидаттары, бер депутаттың ваҡытынан алда вәкәләттәрен һалыуына бәйле мәсьәлә һәм башҡа һорауҙар ҡарала.