“Шәхси контролдә тотасаҡмын”25.10.2018
Ике аҙна эсендә һәр объект буйынса эштең план-графигын күрһәтергә, ай ярымдан иһә – финанс схемаларын раҫларға. Ошондай бурыс ҡуйҙы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров алданған өлөшсөләр проблемаһы буйынса үткәрелгән кәңәшмәлә.

Был процесҡа шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары ла ҡушылырға, төҙөүселәр эшенең законлылығын өйрәнергә тейеш. “Хәлде шәхси контролдә тотасаҡмын”, – тине Радий Хәбиров.

Быйыл йәй 95 йорт проблемалылар иҫәбендә ине. 2014 алданған өлөшсө һаман үҙ фатирын ала алмай.


Вернуться назад