Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ив Россье етәкселегендәге Швейцария Конфедерацияһы делегацияһы менән осрашты. Сарала сәнәғәт, сауҙа, иҡтисад, мәҙәниәт тармаҡтары буйынса хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре ҡаралды.
– Беҙҙең илдәр араһында элек-электән дуҫлыҡ, партнерлыҡ мөнәсәбәттәре һаҡлана. Хеҙмәттәшлекте нығытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә әҙербеҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Ив Россье төбәк етәксеһен яңы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотланы һәм эшендә уңыштар теләне.
– Сәфәребеҙҙең төп маҡсаты – инвестиция йәһәтенән хеҙмәттәшлекте үҫтереү, – тине ул. – Беҙгә республикала бизнестың асыҡ алып барылыуы, бюрократик сикләүҙәрҙең булмауы, диалогка әҙерлек оҡшай.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, уның иң яратҡан фильмдарының береһе – “Касабланка” (1942). Ундағы “Был миңә матур дуҫлыҡтың башы кеүек тойола” тигән цитата бөгөнгө осрашыуҙың асылын сағылдырғандай, тине төбәк етәксеһе.