Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары – Ринат Бәширов24.10.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бойороғона ярашлы республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары итеп Ринат Бәширов тәғәйенләнде.

Белешмә:
Ринат Рәшит улы Бәширов 1968 йылдың 19 июнендә Өфөлә тыуған. Ҡазан финанс-иҡтисад институтын тамамлаған. Хеҙмәт юлын 1987 йылда Өфөлә участка инспекцияһы инспекторы булып башлаған.
1992 – 2001 йылдарҙа – дәүләт һалым инспекторы, өлкән дәүләт һалым инспекторы, Рәсәйҙең Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы бүлеге етәксеһе урынбаҫары.
2001 – 2006 йылдарҙа – Башҡортостан Финанс министрлығының бүлек етәксеһе.
2006 – 2007 йылдарҙа – Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.
2007 – 2008 йылдарҙа – Башҡортостандың финанс министры урынбаҫары.
Артабан Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығында эшләгән.


Вернуться назад