Республика йортонда төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостандан 2017 – 2018 йылдарҙа “Рәсәй лидерҙары” бөтә Рәсәй идара итеү конкурсының ярымфиналсылары менән осрашты.
– “Рәсәй лидерҙары”, минеңсә, ил Президенты Хакимиәтенең иң ҡыҙыҡлы проекттарының береһе, – тине республика етәксеһе. – Ул баштан уҡ уйлап, кешеләрҙе һайлап алыуға, уҡытыуға һәм аныҡ урынға тәғәйенләүгә йүнәлтелгән. Белеүегеҙсә, проекттың авторы һәм көйләүсеһе – Президент Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко. “Булдыҡлы кеше дөрөҫ урында ултырһа, һәр төрлө бурысты үтәй ала”, ти ине ул. Хаҡ һүҙҙәр.
Радий Хәбиров Волга буйы федераль округында Башҡортостандың ярымфиналсылар һаны буйынса иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инеүен билдәләне. Төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы конкурста ҡатнашыусыларға әүҙем тормош позицияһы өсөн рәхмәт әйтте. Аралашыу барышында ул, етәксе итәғәтлелек һәм профессионализм кеүек сифаттарға эйә булырға тейеш, тип белдерҙе.
Конкурста ҡатнашыусылар республика етәксеһенә үҙҙәренең хеҙмәт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.