Бөгөн Өфөлә “XХI быуаттың мәғрифәти киңлегендә Ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре” тип аталған XI Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция эш башланы. Ике көн дауам итәсәк сара Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты барлыҡҡа килеүгә 230 йыл тулыуға арнала.
Конференцияның эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығындағы дини ойошмалар менән бәйләнеш буйынса департамент начальнигы урынбаҫары Алмаз Фәйзуллин, Төркиәнең Истамбул ҡалаһы мөфтөйө Хәсән Камил Йылмаз, Иордания, Мысыр илдәре вәкилдәре, республиканың төрлө конфессия һәм дин әһелдәре ҡатнаша.
– Мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратының 230 йыллығы – илебеҙҙең ижтимағи-рухи тормошонда әһәмиәтле ваҡиға. Рәсәй тотош донъяға төрлө конфессия вәкилдәренең татыулыҡта, берҙәмлектә йәшәү өлгөһөн күрһәтте, – тип билдәләне үҙенең сығышында Радий Хәбиров.
Уның һүҙҙәрен Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин да хупланы.
– Бөгөн Ер шарындағы тыныслыҡ һаҡсыл мөнәсәбәт талап итә. Шундай шарттарҙа ата-бабабыҙҙан быуаттар дауамында мираҫ булып күсә килгән традицион Ислам динен һаҡлау, уны төрлө сит ағымдарҙан, тәғлимәттәрҙән аралау – төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Ватаныбыҙ ҙа берәү, тимәк, яҙмышыбыҙ, киләсәктә барыр юлыбыҙ, шатлыҡтарыбыҙ һәм хәсрәттәребеҙ ҙә уртаҡ, – тине ул.
Ике быуаттан ашыу тарихҡа эйә Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты илебеҙҙең 23 төбәгендәге диниә назараттарын, ике меңдән ашыу дини ойошманы берләштерә.