Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты ректоры Виктор Садовничий Башҡортостандағы 12 юғары уҡыу йорто етәксеһе менән осрашты. Сара 1 декабрҙә Конгресс-холда уҙғарылды. Унда шулай уҡ республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов ҡатнашты.
Әлфис Ғаязов иҫтәлекле ваҡиға — Башҡортостан Хөкүмәте менән Мәскәү дәүләт университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу тураһында һөйләне.
— Килешеү республиканың, тәү сиратта, фән өлкәһендәге кадрҙар ҡеүәтен көсәйтеүгә йүнәлтелә, — тине министр. Ул шулай уҡ бөгөн республикала ғилми эшмәкәрлекте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләне.
— Йыл һайын ошо маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 1 миллиард һумға тиклем аҡса бүленә. Эш башланды, бөгөн бер нисә юғары уҡыу йорто ошо өлкәләге абруйлы дәүләт гранттарына эйә, — тине Әлфис Суфиян улы.
Башҡортостандың Ректорҙар советы рәйесе, Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Марат Ғөзәйеров республикала педагогтар һәм студенттар берләшмәһенең белем биреү башланғысы хаҡында хәбәр итте.
Ул яңы “Стартҡа хоҡуҡ” проекты хаҡында һөйләне. Был проект уҡыу йорттарын тамамлаусыларға эшкә урынлашырға булышлыҡ итәсәк. Уның асылы шунда: һәр студент һуңғы курста ярты ставкаға булһа ла республика предприятиеларында эшләп, рәсми хеҙмәт стажына эйә булырға тейеш.
Л. ДӘҮЛИЕВА.