Ҡырмыҫҡалыла – яңы етәксе23.10.2018
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы итеп Әлфир Сабиров тәғәйенләнде. Район Советы депутаттары үҙҙәренең сираттағы ултырышында шулай хәл итте.

Бығаса район етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса Илдар Латипов башҡарҙы. Ул үҙ сиратында сентябрь аҙағында Өфөгә эшкә күскән Фәнзил Сыңғыҙовты алмаштырғайны.

Әлфир Фәрхәт улы Сабиров 1980 йылда тыуған. Бығаса Ҡырмыҫҡалы районы Советы секретары вазифаһын атҡарған.




Вернуться назад