Башҡортостан Хөкүмәтендәге тәғәйенләүҙәр яңы төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың кадрҙар сәйәсәтендә сәйәси өҫтөнлөктәргә һәм конъюнктура талаптарына түгел, ә иң элек профессиональ сифаттарға таянып эш итәсәге хаҡында һөйләй. Рәсәй дәүләт социаль университет ректораты ҡарамағындағы советник Рөстәм Әхмәҙинуров ошондай фекер белдерҙе.
— Радий Хәбиров үҙенең кадрҙар сәйәсәтендә аныҡ критерийҙарға таяна. Беренсеһе — ул һөнәри һөҙөмтәлелек, икенсеһе — шәхси итәғәтлелек һәм командала эшләргә әҙер булыу. Шуға күрә яңы тәғәйенләүҙәрҙе логик яҡтан дөрөҫ һәм ныҡлы уйланылған тигән фекерҙәмен, — тине эксперт.
Уның фекеренсә, Рәйеф Әбдрәхимов Өфө хакимиәте ҡарамағындағы Инвестиция-төҙөлөш комитеты директоры вазифаһында ла үҙен һөҙөмтәле етәксе булараҡ күрһәтте. Ул эшләгән осорҙа йөҙ меңдәрсә квадрат метр торлаҡ, өс тиҫтәнән ашыу мәктәп, “Өфө-Арена” кеүек ҙур объекттар һалынды. Красногорск ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары сифатында ла ул уңышлы эшләне.
— Ленара Иванова Рөстәм Хәмитов осоронда ла иң һөҙөмтәле, шул уҡ ваҡытта иң асыҡ министр булғандыр, моғайын. Уның етәкселегендә халыҡты социаль яҡлау өлкәһе илдә иң замансаларҙың береһенә әүерелде, — тигән фекерҙә Әхмәҙинуров.
Артур Әхмәтханов Мортаза Рәхимов дәүерендә республика Эске эштәр министры урынбаҫары булды. Ошо вазифала ул федераль хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара һөҙөмтәле бәйләнештәрҙе яйға һалды, илдең башҡа төбәктәрендә һәм Волга буйы федераль округында юғары вазифаларға саҡырылды.
— Рәхимов осоронда Хоҡуҡ институтында эшләгән, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, унан һуң Красногорск ҡала округы хакимиәтендә хоҡуҡ идаралығы начальнигы булған Олег Полстовалов Мәскәү өлкәһенең ябай булмаған төбәгендә ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен көйләү йәһәтенән үҙен һөҙөмтәле идарасы итеп күрһәтте. Ошо вазифала эшләгән осорҙа Олег Владимирович бөтә килешеүҙәрҙең ҡануниәт нигеҙендә төҙөлөүенә өлгәште, — тине Рөстәм Әхмәҙинуров.