Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Мостай Кәрим исемендәге фондтың ойоштороусыһы Тимербулат Кәримов менән осрашты. Осрашыуҙа 2019 йылда Башҡортостанда һәм бөтә Рәсәйҙә үткәреләсәк башҡорт әҙәбиәте классигының тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей сараларына әҙерлек барышы тикшерелде.
Тимербулат Кәримов төбәк етәксеһен “Мустай. Интервью, которого никогда не было” китабы менән таныштырҙы. Быйыл июндә Мәскәүҙә уҙғарылған “Ҡыҙыл майҙан” Бөтә Рәсәй китап фестивалендә ул тәүге тапҡыр уҡыусылар иғтибарына тәҡдим ителгәйне.
– Яҙмыш ҡушыуы буйынса Мәскәүҙә беҙ Һеҙҙең менән бергә эшләнек, осраштыҡ, республикабыҙ, уның мәҙәни мираҫы тураһында уйлаштыҡ. Һуңғы осрашыуыбыҙ Ҡыҙыл майҙанда китап менән таныштырыу сараһында булғайны. Әле Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған юбилей сараларын ҡаршылайбыҙ. Мостай Кәрим – илебеҙ, халҡыбыҙ тарихында бөйөк шәхес. Уның менән бик яҡын мөнәсәбәттә булдыҡ. Минең өсөн ул – остаз, әхлаҡи йәһәттән саф һәм күркәм кеше. Шуға күрә тырышлыҡтарыбыҙҙы берләштереп, халыҡ уны онотмаһын, мираҫы менән һуғарылһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
– Мостай Кәримдең тыуған көнө алдынан тыуған еребеҙҙә осрашыуыбыҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Иң ауыр мәлдәрҙә беҙҙең менән бергә булғанығыҙ өсөн ғаиләбеҙ, Мостай Кәрим фонды исеменән Һеҙгә ҙур рәхмәт. Мостайҙың исеме, уның ижады һәм, иң мөһиме, мәҙәни, әхлаҡи мираҫы республикала тормошҡа ашырылған барлыҡ яңы һәм ижади эштәргә ҙур таяныс булыр тип ышанам, – тине Тимербулат Кәримов.