Район башлыҡтарының рейтингы төҙөләсәк22.10.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров биләмәләрҙең төрлө үҫеш күрһәткестәре, шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау торошо буйынса район башлыҡтарының рейтингын төҙөргә тәҡдим итте. Ул етәкселәргә өс ай һайын ошо өлкәләге күрһәткестәр буйынса отчет бирергә ҡушты.

— Һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләрен яйға һалып, халыҡ зарланмай башлағанға тиклем эҙмә-эҙлекле һәм оҙаҡ шөғөлләнәсәкбеҙ, – тине республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә чиновниктарға мөрәжәғәт итеп. – Һаулыҡ һаҡлауҙың торошо, фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөү, уларҙың хәле, дарыуҙар һәм кадрҙар менән тәьмин итеү — һеҙҙең шәхси яуаплылығығыҙ. Кешеләр, баш табиптар менән аралашығыҙ, ә әрәмтамаҡтарҙы ҡыуығыҙ.


Вернуться назад