Өфө хакимиәте башлығы вазифаһына иғлан ителгән конкурста туғыҙ кандидат ҡатнашасаҡ. Конкурс комиссияһы ултырышы 22 октябрҙә үтте. Әле түбәндәге дәғүәселәр билдәләнде:
Ғайнанова Альбина Ғәлирахман ҡыҙы;
Зәйнуллин Руслан Флүр улы;
Кәбиров Артур Роберт улы;
Котов Олег Александрович;
Мостафин Өлфәт Мансур улы;
Нуртдинов Руслан Борисович;
Сәйетова Рәмилә Хәмитйән ҡыҙы;
Хәбибрахманов Шәмсулла Хәбибулла улы;
Хафизов Рөстәм Фларид улы.
Киләһе этап — кандидаттарҙың төрлө кимәлдәге ҡануниәткә ҡағылышлы белемен тикшереү — 26 октябрҙә уҙғарыла. Бының өсөн конкурс комиссияһы “Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы” ассоциацияһының эксперт комиссияһын йәлеп итәсәк.
Киләһе дүшәмбе, 29 октябрҙә, баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидаттарға Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫешен, проблемаларҙы, эшмәкәрлекте яҡшыртыу буйынса төп йүнәлештәрҙе нисек күреүе хаҡында һөйләргә тура киләсәк.
Ошо уҡ көндә ҡала Советы депутаттары Башҡортостандың баш ҡалаһы мэры вазифаһына кандидатты раҫлау тураһында ҡарар ҡабул итәсәк. Совет рәйесе Валерий Трофимов буласаҡ ҡала башлығы менән контрактҡа ҡул ҡуясаҡ.