Әбйәлилдә яңы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде: муниципалитетҡа 2018 йылдың сентябрендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайланған “Яҡтыкүл” шифаханаһы директоры Илдар Таһир улы Нафиҡов етәкселек итәсәк.
Был вазифала ул Әбйәлил районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Ғәлим Солтановты алмаштырҙы.
— Тыуған районым Әбйәлил минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә, — тине Илдар Нафиҡов. — Минең бурыс — райондың үҫешенә, уның иҡтисадына өр-яңы этәргес биреү, уның ҡеүәтен арттырыу.