Полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов – республика Хөкүмәте вице-премьеры22.10.2018
Полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов республика Хөкүмәте вице-премьерҙарының береһе итеп тәғәйенләнде. Әлегә тиклем ул Милли гвардия ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийының ведомствонан тыш һаҡты һәм лицензия-рөхсәт биреү эшен ойоштороу буйынса урынбаҫары булды. Башҡортостан Хөкүмәтендә ул хәүефһеҙлек, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Юстиция буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән үҙ-ара бәйләнеш мәсьәләләрен көйләйәсәк.

Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов 1962 йылда Салауат районында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Идара итеү академияһын тамамлаған. Уголовный розыск оперуполномоченныйынан алып Өфөнөң Орджоникидзе район эске эштәр идаралығы начальнигына тиклем хеҙмәт юлы үтә. Һуңыраҡ алты йыл республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына етәкселек итә. 2005 йылдан 2008 йылға тиклем — Башҡортостан эске эштәр министры урынбаҫары, министрлыҡтың йәмәғәт хәүефһеҙлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы. 2008 йылдан 2016 йылға тиклем Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры була.


Вернуться назад