Ленара Иванова социаль өлкәне көйләйәсәк22.10.2018
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, әлегә тиклем ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры булып эшләгән Ленара Иванова Башҡортостан Хөкүмәтендә социаль өлкәне көйләйәсәк вице-премьер итеп тәғәйенләнде.

Ленара Иванова 1968 йылдың 31 декабрендә Нефтекама ҡалаһында тыуған. Өфө авиация институтын тамамлаған. Профсоюз хәрәкәте системаһында эшләгән. 2006 йылдан 2010 йылға тиклем республика профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары була. 2010 йылда хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры итеп тәғәйенләнә.

Әле Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы итеп ведомство етәксеһенең беренсе урынбаҫары Юрий Мельников тәғәйенләнде.


Вернуться назад