Рәйеф Әбдрәхимовҡа Хөкүмәттә төҙөлөш мәсьәләләре йөкмәтелде22.10.2018
Рәйеф Әбдрәхимовҡа Хөкүмәттә төҙөлөш мәсьәләләре йөкмәтелдеОҙаҡ йылдар Өфөнөң инвестиция-төҙөлөш комитетына етәкселек иткән, һуңғы ваҡытта Красногорск ҡалаһы хакимиәте башлығының архитектура һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫары булып эшләгән Рәйеф Әбдрәхимов Башҡортостан Хөкүмәтендә төҙөлөш мәсьәләләрен күҙәтеүсе вице-премьер итеп тәғәйенләнде.

Рәйеф Әбдрәхимов 1969 йылдың 13 октябрендә Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. Өфөлә нефть институтын һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Төрлө йылдарҙа Өфөнөң Совет районындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы начальнигы урынбаҫары, Октябрь районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, Инвестиция төҙөлөш комитеты директоры урынбаҫары, унан һуң комитет директоры булып эшләгән. Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе.


Вернуться назад