Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәновтың урынбаҫарҙары төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға отставкаға сығыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Радий Хәбиров был турала оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
— Рөстәм Хәбиб улын Премьер-министр сифатында эшен дауам итеүҙе һораным. Һигеҙ вице-премьерҙың отставкаһын ҡабул иттем. Бындай уйланылған ҡарар уларҙың өлгөрөп еткән етәкселәр булыуын күрһәтә. Тәжрибәһен һәм оҫталығын артабан да файҙаланырға теләйҙәр икән, үҙ урынын улар табыр, — тине Радий Хәбиров.
Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, ауыл хужалығын көйләгән Илшат Фәзрахманов һәм республиканың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле Фәрхәд Самедов вазифаларын ваҡытлыса башҡарасаҡ.