Дәүләт Думаһы Федерация Советы ағзаларының һәм Дума депутаттарының статусы тураһындағы законға төҙәтмәләрҙе беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Уларҙа депутаттарға һәм сенаторҙарға пенсияға айлыҡ өҫтәмәнән үҙ иркең менән баш тартыу хоҡуғы биреү тәҡдим ителә.
“Закон сығарыу инициативаһында Дәүләт Думаһы депутаттарына һәм Федерация Советы ағзаларына, Рәсәй Федерацияһының хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры исеменә ғариза яҙып, пенсияға айлыҡ өҫтәмәнән үҙ иркең менән баш тартыу хоҡуғы биреү тәҡдим ителә”, – тиелә Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәте белдереүендә. Закон проекты Федерация Советы һәм “Берҙәм Рәсәй”ҙән парламенттың түбәнге палатаһы ағзалары башланғысына ярашлы индерелде.
Дәүләт Думаһының хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты ағзаһы, “Берҙәм Рәсәй” Генераль советы секретары урынбаҫары Ольга Баталина әйтеүенсә, тәҡдим ителгән документ депутаттарға һәм сенаторҙарға ошо мәсьәлә буйынса үҙаллы ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеген бирә.
Әлегә тиклем “Берҙәм Рәсәй”ҙән депутаттар һәм сенаторҙар пенсия өҫтөнлөктәренән баш тартырға әҙер булыуы тураһында белдергәйне инде. Башҡа партияларҙан иһә бындай белдереүҙәр булманы.