Башҡортостан парламентының ике депутаты – Ирек Ялалов менән Марат Шафиҡов – вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалды. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 октябрҙә үтәсәк сираттағы ултырышында парламентарийҙар ошоға бәйле ҡарар ҡабул итәсәк.
– Ирек Ялаловҡа республика закондар сығарыу органынан Федерация Советы ағзаһы вәкәләттәре йөкмәтелде. Марат Шафиҡов иһә үҙ теләге менән вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалыу тураһында ғариза яҙҙы. Пленар ултырышта ике депутатҡа ҡағылышлы ҡарар ҡабул ителергә тейеш, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
Ирек Ялалов һәм Марат Шафиҡов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Берҙәм Рәсәй” партияһынан берҙәм республика һайлау округы буйынса һайланғайны. Уларҙың мандаты партия вәкилдәренә тапшырыласаҡ.