Радий Хәбиров: “Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һаҡларға, уларға һәр яҡлап ярҙам итергә кәрәк”21.10.2018
Мирный ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты 55 квадрат метрлыҡ кирбес бинала урынлашҡан, газ менән йылытыла. Благовар районына эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошо учреждениеның матди хәле, эшмәкәрлеге менән танышты.

– Беҙҙә халыҡҡа беренсе медик-санитар ярҙам күрһәтелә, – тине мөдир Наталья Каталевич. – Бер меңгә яҡын кешене хеҙмәтләндерәбеҙ. Пункт медицина ҡорамалдары, дарыуҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Штатта ике кеше.

Радий Фәрит улының “Медицина ярҙамы тиҙ арала күрһәтеләме? Ҡышҡы осорҙа өҙөклөктәр булмаймы?” тигән һорауына яуап биреп, район хакимиәте башлығы Юрий Коземаслов мәсьәләнең яйға һалынғанлығын, фельдшер-акушерлыҡ пунктына ҡараған иң алыҫ ауылдың дүрт саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашҡанын бәйән итте. Белгестәрҙән консультация алыу, стоматолог хеҙмәте, анализдар тапшырыу, өҫтәмә тикшеренеү үтеү өсөн пациенттар райондың үҙәк дауаханаһына ебәрелә.

Матди-техник хәлгә килгәндә, Наталья Каталевич интернет селтәренә инеү мөмкинлеге биргән компьютер кәрәклеген белдерҙе, Радий Хәбиров муниципалитет башлығына был мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә ҡушты.

“Фельдшер-акушер пункттарын һаҡларға, уларға һәр яҡлап ярҙам итергә кәрәк”, – тине төбәк етәксеһе.


Вернуться назад