Бәләбәйҙә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров уңайлы ҡала мөхите булдырыу тәжрибәһе менән танышты.
Бындағы халыҡтың ял итеү урындарының береһе Үҙәк мәҙәниәт йорто янында урынлашҡан. Унда йәйәүлеләр өсөн юлдар ремонтланған, эскәмйәләр ҡуйылған, спорт һәм балалар майҙансыҡтары булдырылған, биләмә йәшелләндерелгән. Ошонда уҡ яңы өйләнешкәндәр өсөн арт-объект эшләй. Ғөмүмән, бөтөн халыҡтың яратҡан урыны был.
Биләмәне ҡараған ваҡытта Радий Хәбиров ял итеүселәр, грек-рим көрәше секцияһында шөғөлләнеүселәр, уларҙың тренерҙары менән аралашты. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, Өфөлә көрәш һарайы асыу планлаштырыла. Был идея буйынса ул тренеры Александр Григорьев менән осрашыуҙа фекер алышҡан.
Радий Фәрит улы ҡалалағы биләмәһе төҙөкләндерелгән быуаны ла ҡараны. Бында шулай уҡ йәйәүлеләр өсөн юлдар һалынған, балалар һәм спорт майҙансыҡтары эшләй, спорттың экстремаль төрҙәренә өҫтөнлөк биргәндәр өсөн махсус памп-трек булдырылған.
Өҫтәүенә быуала балыҡ үрсетәләр. Йәй биләмәлә һабантуйҙар уҙғарыла, ҡыш боҙло һыуға сумырға яратҡандар күп була.