Икенсе смена бөтөрөлгәс...21.10.2018
Икенсе смена бөтөрөлгәс...Бәләбәйҙең 8-се урта мәктәбендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән ныҡлап танышты, икенсе сменаны бөтөрөүҙең һөҙөмтәлелеге хаҡында ҡыҙыҡһынды.

– Башланғыс класс уҡыусыларын 550 урынға иҫәпләнгән яңы корпусҡа күсергәс, тығыҙлыҡ кәмене, мәсьәлә хәл ителде, – тине директор Татьяна Имашева. – Яңы корпус элекке 46-сы һөнәрселек училищеһы бинаһын муниципаль милеккә күсереп, республика бюджеты иҫәбенә капиталь ремонт яһау һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде. Бында шулай уҡ китапхана, ашхана, медпункт, тамаша һәм спорт залдары бар.

Төбәк етәксеһе барлыҡ кабинеттарҙы ҡарап сыҡты, уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, балалар баҡсаларында урын етеү-етмәүе хаҡында әңгәмә ҡорҙо.


Вернуться назад