Бәләбәй районына эш сәфәре барышында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡаланың 2-се балалар йортоноң эшмәкәрлеге менән танышты.
Учреждение һуғыш йылдарында етем ҡалғандар өсөн 1945 йылдың аҙағында төҙөлгән. Бөгөн унда барлыҡ республиканан 20 бала тәрбиәләнә.
Радий Хәбиров учреждениеның аҙыҡ блогын, төркөмдәрҙең бүлмәләрен ҡараны, тамаша залында балалар менән осрашып, уларҙың йәшәү торошо, уҡыуҙа нисек өлгәшеүҙәре, буш ваҡыттарын ҡайһылай үткәреүҙәре һ.б. хаҡында белеште. Тәрбиәләнеүселәр һәр һорауға ихлас яуап бирҙе, аҙаҡ төбәк етәксеһенә ҡулдан эшләнгән башҡорт ҡурсағын бүләк итте.
Бинаға капиталь ремонт кәрәк. “Документтар тапшырылған, эш киләһе йыл башланырға тейеш”, – тине төбәк етәксеһенә балалар йортоноң элекке директоры Әлфиә Ларюхина.
Радий Хәбиров ҡалала етемдәргә торлаҡ биреү мәсьәләһе нисек атҡарылғаны хаҡында һорашты.
– Йыл да 18 етем бала фатирлы була, – тине Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев. – Улар өсөн яңы йорттар төҙөүҙе яйға һалғанбыҙ. Шулай ҙа сират мәсьәләһе барыбер бар әле.