14 майҙа Башҡортостанға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Игорь Сечин килде. Өфө аэропортында уны республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.
Баш ҡалала Игорь Сечин гидротехник ҡорамалдар етештереү буйынса берлектәге “АльстомРусГидроЭнерджи” Рәсәй-Франция заводы нигеҙенә тәүге ташты һалыу тантанаһында ҡатнашты.
Предприятие Өфө районында, “Өфө — Аэропорт” юлының уң яғында урынлашасаҡ. Төҙөлөшкә 100 миллион евро самаһы аҡса һалыу күҙаллана. Тәүге продукция 2014
йылда етештереләсәк. Ул саҡта 400-500 самаһы кешегә эш урыны буласаҡ. Оҙаҡламай бында төҙөлөш эштәре башланасаҡ, кәрәкле ҡорамалдар килтереләсәк. Артабан заводҡа эшселәр йыйыу, уларҙы уҡытыу һәм әҙерләү күҙаллана.
Әлеге сарала республика Президенты Рөстәм Хәмитов был проекттың беҙҙең төбәк өсөн айырыуса мөһим әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне һәм заводтың тулы ҡеүәтенә эшләй башлауына ҙур ышаныс белдерҙе. Әйткәндәй, завод проект ҡеүәтенә 2016 йылда сығасаҡ тип фаразлана.
И. ХАҠОВ.