Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бәләбәй ҡалаһында булды. Ул башлыса социаль йүнәлештәге объекттарҙың – бала табыу йортоноң, ҡала дауаханаһының, балалар йортоноң эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты, ҡала урамдарының, балалар һәм спорт майҙансыҡтарының төҙөклөгөн ҡараны, шулай уҡ урындағы етәкселек менән биләмәнең артабанғы үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләште.
Бөгөн Бәләбәй бала табыу йортонда хәлдәр ҡатмарлы ғына. 1984 йылда төҙөлгән бинала башланған капиталь ремонт эштәре әле булһа тамамланмаған. 2012-2013 йылдарҙа республика бюджетынан бүленгән аҡсаға тәҙрәләр, ишектәр, лифт алмаштырылған. Киләһе йылына маҡсатлы социаль программалар фонды иҫәбенә ҡыйыҡ һәм елләтеү системаһы яңыртылған. Әммә артабанғы ремонт эштәре сифатһыҙ башҡарылғанға күрә, бина әле булһа сафҡа индерелмәгән.
Бөгөн бала табыу бүлексәһе Приютово ҡасабаһындағы дауаханала урынлашҡан, буласаҡ әсәләрҙе шулай уҡ Октябрьский, Өфө ҡалаларына, Бишбүләккә оҙаталар.
Радий Фәрит улы бала табыу йортондағы капиталь ремонт эштәрен 2019 йыл аҙағына тиклем тамамлау бурысын ҡуйҙы. “2020 йылдың беренсе кварталында бүлексә эш башларға тейеш”, – тине ул.
Төбәк Башлығы шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең кадрҙар менән тәьмин ителеше, медицина ҡорамалдарына, йыһаздарға ихтыяж менән ҡыҙыҡһынды.